четверг, 22 мая 2014 г.

Балкандағы ташҡындар килтергән зыян миллиардтар менән иҫәпләнә.


Босния һәм Сербияға көслө ташҡындар һалған зыян миллиардтар менән иҫәпләнә. Был илдәрҙең властары ярҙам һорап Евроберләшмәгә һәм Рәсәйгә мөрәжәғәт итте.
Босния территорияһының 40 процентын яңынан аяҡҡа баҫтырырға кәрәк- “ҙур һыу” инфраструктураға, ауыл хужалығы ерҙәренә зыян һалды, 2 меңдән ашыу ишелмәләр барлыҡҡа килтерҙе. Ил халҡының дүрттән бер өлөшөнә тәбиғәт ҡаза һалды.
“Кешеләргә, хайуандарға ярҙам яҡшы ойошторолһа ла, хафа ҙур. Күрше ауылдар беҙгә ярҙам итә. Берәүҙәр электрһыҙ ултырғанда, икенселәре үҙ йорттарына ҡайта алмағанда, ә өсөнсөләре сарҙаҡтарҙа йәшәргә мәжбүр булғанда, хәлдәр яҡшырҙы тип әйтеп булмай,-”ти Босния руханийы.
Ташҡындар Сербиялағы 3,5 километр автомобиль юлдарын емерҙе, тимер юлдарҙың да 30 проценты зыян күрҙе.
Ике илдең дә иҡтисады Балкан һуғыштарынан һуң аяҡҡа баҫмаған. Евроберләшмәнең иң ярлы илдәренең береһе булған Боснияла эшһеҙлек кимәле 40 процентҡа етте. Сербиялағы хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың 20 процентының эше юҡ, ә был күрһәткестең бик ныҡ түбәнәйтелгән булыуы ла ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий