Нидерландтарҙа Европарламентҡа
һайлауҙар тамамланды. Экзит-пол мәғлүмәттәре буйынса, Герт Вилдерс етәкселек
иткән “Азатлыҡ фирҡәһе” дүртенсе урында. Христиан демократтар һәм “Демократтар-66”фирҡәләре
алда килә, уларҙың һәр береһе 15-әр процент тауыш йыйҙы.
Илдең Евроберләшмәнән
сығыуы, милли валютаға кире ҡайтыу һәм миграция сәйәсәтен ҡатыландырыу яҡлы
Герт Вилдерстың фирҡәһе 12,2 % йыйҙы. Алдан алып барылған һорашыуҙар буйынса, “Азатлыҡ
фирҡәһе” икенсе урынға сығыр, тип көткәйнеләр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий