пятница, 23 мая 2014 г.

Владимир Путин: “беҙҙең аҡсалар ҡайҙа?”


Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумда сығыш яһап, Рәсәй президенты Владимир Путин Украиналағы хәлдәрҙе “граждандар һуғышы”, тип атаны. Уның фекере буйынса, илдәге власть туранан-тура Европа һәм АҠШ ярҙамында алмашынды, ә Украина үҙе газ транзитеры статусын аҡламай:

“Рәсәй Европаны энергия сығанаҡтары менән ышаныслы тәьмин итеүсе репутацияһын ныҡ һаҡланы. Европа ҡитғаһын газ менән тәьмин итеүҙәге бөгөнгө хәүефтәрҙә беҙҙең ғәйеп юҡ, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бында һүҙ нимә хаҡында барғанын барыһы ла аңлай: ғәйеп транзит илендә- Украинала, ул Европаға беҙҙең газды транзитлаусы булараҡ ышанысты аҡламай.

Белеүегеҙсә, уҙған йыл беҙ ғәләмәт ҙур- 3 миллиард доллар кредит бирҙек, ағымдағы йылдың тәүге кварталына ташлама яһаныҡ. Һорау: ҡайҙа беҙҙең аҡсалар? Беҙҙең күп миллиардлы ярҙамыбыҙ нимәгә тотонолған?

Беҙ Украинаны 10 миллиард куб  метр газ менән буштан-бушҡа  тәьмин иттек килеп сыға. Ул иһә беҙ Польшаны йыл буйы тәьмин иткән миҡдар менән тиң. Һеҙҙең ҡайһығыҙ шундай күләмдә, шундай ваҡытҡа бушҡа тауар бирә?”


Рәсәй президенты Көнбайыш партнерҙарының килеп тыуған  хәлдәр, айырым алғанда, Украинаның НАТО-ға инеүе һәм унда Американың ракетаға ҡаршы оборона элементтарын урынлаштырыу ниәте  тураһында һөйләшергә теләмәүҙәренә борсолоуын белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий