суббота, 24 мая 2014 г.

Таиланд: хәрбиҙәр Йинглак Чинаватты ҡулға алған.


Власты хәрбиҙәр баҫып алған Таиландта элекке премьер-министр Йинглак Чинават ҡулға алынған. Уның менән бергә бер нисә туғаны ла һаҡ аҫтына алынған. Был турала мәғлүмәт, Чинаваттың Бангкокка хәрбиҙәр менән һөйләшеү өсөн килеүе хаҡында билдәле булыуы асыҡланып, бер аҙ ваҡыт үткәс тә мәғлүм булды.

Хәрбиҙәр конституция буйынса эш итеүҙе туҡтатып, демонстрациялар үткәреүҙе тыйһа ла, Бангкокта дәүләт түңкәрелешенә ҡаршы акциялар үтте. Манифестацияларҙа бер нисә йөҙ кеше ҡатнашты.

Әлеге ваҡытта ил менән тыныслыҡ һәм тәртип булдырыусы Халыҡ комитеты идара итә. Уның приказы буйынса, илдең сәйәси лидерҙары булған 100 кеше яңы хәрби властар ҡарамағына килергә тейешлектәре хаҡында хәбәр алды.

Таиландтағы түңкәрелеш хөкүмәт һәм оппозиция араһында барған оҙайлы ҡаршы тороу фонында булды. Бангкоктағы 10 айға һуҙылған тәртипһеҙлектәр барышында, кәм тигәндә, 28 кеше һәләк булды һәм 700-ҙән ашыуы тән йәрәхәттәре алды.


Хәрбиҙәрҙең раҫлауынса, улар власть башында эшлекле хөкүмәтте тергеҙергә һәм Таиландты көрсөктән сығарырға ниәтләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий