воскресенье, 25 мая 2014 г.

Грецияла ер тетрәү.


Эгей диңгеҙенең төньяғында, Греция ярҙары буйында, Рихтер шкалаһы буйынса 6,4 балл ҡеүәтле ер тетрәү булған. АҠШ Геология хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ер тетрәүҙәр Лемнос һәм Самофракия утрауҙары районында, Грецияның Александруполис ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 77 саҡрымдарҙа теркәлгән. Ер тетрәү усағы 90 километрҙан ашыу тәрәнлектә булған. Емереклектәр һәм ҡорбандар хаҡында хәбәрҙәр юҡ. Тетрәү 30 секунд буйы Төркиә ярҙарында, айырым алғанда, Стамбул районында ла үҙен ныҡ һиҙҙергән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий