воскресенье, 11 мая 2014 г.

Эрдогандың асыуына тейҙеләр.


Төркиәлә республиканың юғары суд органы- Дәүләт советы төҙөлөүгә 146 йыл тулыуға бағышланған тантаналы ултырыш  шаулы ғауғаға әүерелде.
Премьер-министр Тайип Эрдоганға Метан Фәйзи улының- Төркиә Адвокаттар ассоциацияһы башлығының оҙайлы (бер сәғәттән ашыуға һуҙылған) сығышы оҡшаманы. Унан да бигерәк Эрдоганға Метан Фәйзи улының хөкүмәтте тәнҡитләүе оҡшаманы. Айырым алғанда, Ассоциация башлығы властарҙы 2011 йылда Ваналағы ер тетрәү ваҡытында зыян күреүселәрҙе торлаҡ менән тәьмин итә алмауҙа ғәйепләне.
Эрдоган креслоһынан бер нисә тапҡыр торорға һәм сығып китергә уҡталып ҡуйҙы, Метан Фәйзи улы менән бәхәскә инеп, бындай нәмәләр һөйләр өсөн, баш адвокаттың хоҡуғы булмауын белдерҙе.
“Вано хаҡында һөйләгәндәрегеҙ- ялған. Был хәбәрҙе сәйәси маҡсаттарҙан сығып һөйләйһегеҙ!”-тип ҡысҡырҙы премьер. Адвокаттар башлығы яуапһыҙ ҡалманы: “Мин конструктив нәмәләр һөйләйем. Барыһы ла законға ярашлы.”

Дискуссия шуның менән тамамланды: Эрдоган Төркиә президенты Абдулла Гөл менән тантананы ташлап китте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий