воскресенье, 11 мая 2014 г.

Ҡытай премьеры Африкала.


Ҡытай премьеры Ли Кэцян Африкаға сәйәхәтен Кенияға визит менән тамамлай. Пекин һәм Найроби инвестициялар, инфраструктура, урындағы авиация, шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә әҙер булыуҙары тураһында белдерҙе. Ҡытай- Кенияның дәүмәле буйынса икенсе урында торған сауҙа партнеры.
Бынан алда Ли Кэцян Нигерия, Эфиопия һәм Анголала булды. Луандаға- Ангола баш ҡалаһына- Ҡытай премьеры был илдең президенты Жозе Эдуарду душ Сантуш саҡырыуы буйынса килде.
Һөйләшеүҙәр тамамланғас, иҡтисад, технологиялар, һаулыҡ һаҡлау һәм финанс өлкәләренә ҡағылышлы контракттарға ҡул ҡуйылды.

Әлеге мәлдә Анголала 260 мең Ҡытай кешеһе эшләй. Ли Кэцян Ҡытай граждандарына Анголала йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар тыуҙырылыр, тигән өмөт белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта ул Ҡытай предприятиеларынан урындағы ҡанундарҙы үтәүҙе һәм Анголаның мәҙәни традицияларына нигеҙләнеп эш итеүҙе талап итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий