пятница, 9 мая 2014 г.

Рәсәйҙә хәрби уйындар бара; Нормандияға саҡырыу.


Кесе йома көн Рәсәй Ҡораллы көстәренең хәрби уйындар планы сиктәрендә өс баллистик ракетаһы, шул иҫәптән континент-ара “Тополе” осоролдо. Ул президент етәкселегендә эшләнде.

Ике ракета һыу аҫты кәмәләренән ебәрелде- Төньяҡ һәм Тымыҡ океан флоттарынан,  йәнә берәү- Плесецк космодромынан. Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, улар теүәл рәүештә шартлы сәпкә тейгән. Владимир Путиндың матбуғат сәркәтибе хәбәр итеүенсә, был Украиналағы хәлдәр менән бәйле түгел.

Путин менән бергә Рәсәй Федерация оборонаһы Милли идара итеү үҙәгенән күнекмәләрҙе формаль булмаған осрашыуға Мәскәүгә йыйылған Белоруссия, Әрмәнстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстан президенттары ла күҙәтте.

“Бөгөн планлаштырылған саралар барышында илдең бөтә территорияһында, ядро ҡоралына ҡаршы тороу көстәрен дә индереп, ҡораллы көстәрҙең бөтә төрҙәре эшкә егеләсәк,”-тип белдерҙе ул.

Еңеү байрамы алдынан Рәсәй президенты Билдәһеҙ Һалдат ҡәбере янындағы Мәңгелек утҡа, Кремль стенаһы буйындағы герой-ҡалалар тумбаларына венок һалды.

Франция президенты иһә, кесе йома милли телевидение аша сығыш яһап, Владимир Путиндың Нормандияла союздаштарҙың десант төшөрөүенә 70 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән тантанаһында “көтөп алынған ҡунаҡ” буласағы хаҡында белдерҙе. Кремль “Владимир Путиндың Нормандияға барыу-бармауы әлегә хәл ителмәүе хаҡында белдерҙе.”


Тантана 6 июндә үтәсәк. Бөйөк Британия королеваһы, Германия канцлеры һәм АҠШ президенты үҙҙәренең унда буласағын раҫланы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий