четверг, 8 мая 2014 г.

Греция: парламент ике депутатты депутат именлегенән мәхрүм итте.


Шаршамбы көн Греция парламенты үтә уң “Алтын таң” фирҡәһенең ике депутатын– Йоргос Герменис һәм Статис Букурасты депутат именлегенән мәхрүм итеү хаҡында тауыш бирҙе. Улар енәйәти ойошма төҙөүҙә ҡатнашҡан һәм шунда эшмәкәрлек алып барған, тип шикләнәләр.
Парламентарийҙар алдында сығыш яһап, Йоргос Герменис былай тип белдерҙе:
“Һеҙҙе, парламентарийҙарҙы, бөтә грек халҡы хәтерендә ҡалдырасаҡ. Киләһе һайлауҙарҙа кешеләр мине бында кире ҡайтарасаҡ, ә һеҙҙе сүплеккә ырғытасаҡ!”
Статис Букурастың сығышында иһә агрессия кәмерәк, әммә эмоция байыраҡ булды:
Мин фашист түгел, мин нацист түгел. Мин грек патриоты һәм үҙ илемде яратам. Мин ошо ер өсөн бөтә көсөмдө һалып көрәшәм. Үҙ балаларымдың, бөтә Греция балаларының киләсәге яҡшыраҡ булһын, тип тырышам. Нимәлә һуң минең ғәйебем?!
Мәсьәлә тауышҡа ҡуйылғандан һуң, Герменис һәм Букурасты судҡа ҡәҙәр Грецияның иң ныҡ һаҡланған төрмәһе– “Каридаллосҡа оҙаттылар.
Афинанан беҙҙең хәбәрсебеҙ һөйләй:
“Оҙаҡламай Грецияның юғары суды “Алтын таң”ға урындағы һәм Европалағы һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙы тыйыусы вердикт сығарасаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, Грецияла үтә уңдарҙың популярлығы бик юғары- һуңғы һорашыуҙар буйынса, һайлаусыларҙың 6-нан алып 10-ға ҡәҙәр проценты улар яҡлы. ”




Комментариев нет:

Отправить комментарий