четверг, 8 мая 2014 г.

АҠШ: глобаль йылылыҡ башланды.


АҠШ территорияһына, иҡтисадына зыян һалып, дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһына көс төшөрөп, тәбиғәт ҡазалары йылдан-йыл күберәк ябырыла. Апрель башында Арканзас буйлап үткән торнадолар серияһы кеүек тәбиғәт күренештәрен ҡайһы бер белгестәр климаттың үҙгәреүе менән бәйләй.

Уға әҙер торорға кәрәк- 300-ҙән ашыу ғалимдың 4 йыллыҡ эш һөҙөмтәһе булып торған климаттың үҙгәреүе буйынса федераль докладтың төп фекере шундай. Президент Обаманың ғилми советнигы Джон Холдрен һис икеләнеүһеҙ былай тине:

“Докладты уҡып сыҡҡандан һуң, шундай һығымта яһайһың: климаттың үҙгәреүе ҡайҙалыр киләсәктә буласаҡ хәүеф түгел, ул әле бара һәм американлыларҙың тормошона ҙур йоғонто яһай.”

Докладта әйтелгәнсә, уның иң етди эҙемтәһе-  айырым алғанда, оҙайлы йәйге эҫеләргә бай Калифорниялағы һымаҡ, урман янғындарының күбәйеүе.

Калифорнияға ябырылған ҡаты ҡоролоҡ АҠШ-та һауа температураһының күтәрелеүенә бәйләнгән. 1880 йылдан алып ул уртаса алғанда Цельсий буйынса 0,8 – 1,0 градус сиктәрендә күтәрелгән. Уғата ҡоро йәйе һәм Сэнди ҡойоно менән иҫтә ҡалған 2012 йыл- ил тарихында иң ныҡ эҫеһе.

Ғалимдарҙың күҙаллауҙары буйынса, АҠШ-тың байтаҡ территорияһында башланған климаттың үҙгәреүе һыуға ҡытлыҡ тыуҙырыуы ихтимал. Һыуға ҡытлыҡ ике тапҡыр артыуы мөмкин булған ерҙәр арта бара.

Глобаль йылыныуҙың төп сәбәптәрен, докладты әҙерләүселәр  энергетикала күмер ҡулланыуҙа, автомобилдәрҙең күбәйеүендә, күпләп урмандарҙы ҡырыуҙа күрә.

Сәйәси ҡарарҙар ҡабул итеү ваҡытты етте, тип иҫәпләй климат менән бәйле ҡануниәт өлкәһе эксперты Майкл Джеррард:
“Президент климат үҙгәреүе менән бәйле эш планын халыҡҡа сығарҙы, ул байтаҡ административ саралар күреүҙе күҙ уңында тота, сөнки яҡын йылдарҙа Конгресс был тәңгәлдә эш алып бармаясаҡ. Оҙаҡламай АҠШ-тағы парник газдарының төп сығанағы -күмер яғып эшләгән электростанциялар өсөн ҡағиҙәләр булдырыласаҡ.”


Доклад, климат проблемаларына ышанмаған ғалимдарҙың тәнҡит утын күҙ уңында тотоп, Америка йәмәғәтселегенең фекеренә йоғонто яһау өсөн, глобаль йылылыҡ эҙемтәләрен күрһәтеп тороусы бик күп миҫалдар килтерә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий