понедельник, 5 мая 2014 г.

Португалия үҙенә-үҙе ярҙам итәсәк!


Португалия, Ирландиянан өлгө алып, халыҡ-ара финанс ярҙамы программыһынан сығырға ҡарар итте. Халыҡ-ара валюта фонды, Евроберләшмә һәм Европа Үҙәк банкы тәьмин иткән 78 миллиард евро күләмендәге программаның ваҡыты 17 майҙа тамамлана. Артабан Лиссабон, ситтән ярҙам алмайынса, үҙ аллы эш итергә ниәтләй. Был турала Португалияның уң үҙәк хөкүмәте премьер-министры Педру Пасуш Коэльо тантаналы рәүештә иғлан итте:
“2014 йылдың 17 майы беҙҙең тарихыбыҙҙа Португалия халҡының көнө булып ҡаласаҡ, сөнки берҙәм тырышлыҡ булмаһа, беҙ быға ирешә алмаҫ инек. Был ниндәйҙер сәйәси фирҡәнең йәки хөкүмәттең генә көнө түгел. 17 май- һеҙҙең көнөгөҙ. Португалияның бөтә граждандарын мин шуның менән ҡотлайым.”
Ярҙам тамамланыу мәленә Португалия, бюджет ихтыяждарын үҙаллы финанслау өсөн, капитал баҙарына инеү юлдарын тергеҙергә тейеш.
Коэльо һүҙҙәре буйынса,  бының өсөн ил ресурстары етерлек. Ҙур ҡаршылыҡ акцияларына ҡарамай, властар ҡаты ҡул менән эш урындарын ҡыҫҡартты һәм һалымдарҙы күтәрҙе, шул рәүешле дәүләт бюджеты дефициты 2013 йылда ВВП буйынса 4,9 процентҡа түбәнәйҙе- 2010 йыл менән сағыштырғанда, ул ике тапҡырға кәмерәк. Тик португаллыларға быуған билбауҙарын бушатырға иртәрәк- хөкүмәт 2015 йылда йәнә 1,5 миллиард евро экономияларға иҫәп тота.


Комментариев нет:

Отправить комментарий