вторник, 6 мая 2014 г.

Эгей диңгеҙендә мигранттар батҡан.


Эгей диңгеҙендәге Самос утрауы янындағы фажиғә һөҙөмтәһендә һәләк булған мигранттар һаны 20-нән артып китте. Был районда ҡотҡарыу шлюпкаһы бәйләп ҡуйылған яхта түңкәрелгән. Бер нисә мигрант хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 36 кешене ҡотҡара алғандар. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, күпселек мигранттар Сомалиҙан.

“Яр буйы һағы иртәнге 5-тә ҡаза хаҡында сигнал бирҙе. Беҙ кисекмәҫтән билдәләнгән урынға йүнәлдек. Унда түңкәрелгән кәмәне һәм йөҙөп йөрөгән 8 кешене күрҙек,”-тип һөйләй ҡотҡарыуҙа ҡатнашыусы.

Хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булғандар араһында 4 бала һәм ауырлы ҡатын да булған.


Греция- Африка һәм Азия илдәренән сыҡҡан легаль булмаған мигранттарҙың Евроберләшмәгә үтеп инеү юлындағы төп пункттарының береһе. Йыл һайын тиҫтәләрсә мең кеше Греция аша яҡшыраҡ тәьмин ителгән ЕС илдәренә эләгергә тырыша. Уларҙың күптәре юлда һәләк була.

Комментариев нет:

Отправить комментарий