среда, 28 мая 2014 г.

Камерун Нигерия сигендә ғәскәрен йәйелдерә.


Камерун властары  мең тирәһе хәрби хеҙмәткәрен Нигерия сигендә йәйелдерҙе.
Билдәләүҙәренсә, был подразделениеларҙың маҡсаты- “Боко Харам” менән көрәш: күҙәтеү һәм разведка, кәрәк икән- актив һуғыш хәрәкәттәре.

Камерун сигенән алыҫ та түгел Чибок ҡалаһы урынлашҡан, ай ярым элек унан 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡыҙ бала урланды.

Көн элгәре Нигерия көс структуралары хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙарҙы ҡайҙа тотоуҙарын асыҡлауҙары хаҡында белдерҙе.

Ил властары иһә һөжүмгә әҙер түгеллектәре тураһында хәбәр итә, сөнки был аманатҡа алынған балаларҙы һәләкәткә алып килеүе ихтимал.Ә Нигерияның меңдәрсә халҡы властарҙан тәүәккәл эш итеүеҙе талап итә.

“Балаларҙың ҡайҙа икәнлеген белеп тә, уларҙың бер нәмә лә эшләмәүҙәре аптырата. Тағы мине бер нәмә шаңҡытты: боевиктар 50 ҡыҙҙы үҙҙәренең 100 тотҡонона алмаштырырға теләй.”

“Боко Харам” боевиктары төрмәләрҙәге үҙҙәренең 2 мең көрәштәшен 200 уҡыусы балаға алмаштырыуҙы талап итә. Әммә һуңғы ваҡытта аҡса түләү талабы хаҡындағы раҫланмаған мәғлүмәттәр ҙә донъя күрҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий