четверг, 29 мая 2014 г.

Донецк: ҡалала көсөргәнешлелек арта.


Донецк ҡалаһында шаршамбы көн йәнә атыш тауыштары ишетелде. Ҡала өҫтөндә хәрби авиация пәйҙә булды. Ополчение үҙ позицияларын нығытыуҙы дауам итте. Йөк машиналары шиналар һәм ҡом тултырылған тоҡтар ташыны. Кисен ҡала урамдарында яңы баррикадалар барлыҡҡа килде. Көсөргәнешлелек арта.

“Мин бөтә нәмәнән ҡурҡам,-ти оло йәштәге ҡатын,-бер һуғышты үткәрҙем. Миңә шул етте!”

Украинанан беҙҙең хәбәрсебеҙ Серджио Кантоне һөйләй:

“Беҙ кисә булған икенсе баррикадала беҙгә эшләргә рөхсәт итмәнеләр. Операторҙарҙы һәм фотографтарҙы ҡурҡытыу өсөн, автоматтарын күрһәттеләр. Ҡаланың ҡамау эсендә булыуы ныҡ һиҙелә...”

Донецк шахталарының өс мең самаһы эшсеһе хәрби хәрәкәттең дауам итеүенә ҡаршы “тыныслыҡ маршы” менән үттеләр. Донецк Халыҡ Республикаһы флагтарын тотҡан шахтерҙар “Фашизмға юл ябыҡ!”тип һөрәнләне.

“Терроризмға ҡаршы операция тигән нәмәгә ҡаршы сығабыҙ,-ти шахтерҙарҙың береһе.-Беҙ уны халыҡҡа ҡаршы операция тип атайбыҙ, сөнки уның барышында тыныс халыҡты һәләк итәләр. Тыныс халыҡ ыҙа сигә. Бында сепаратистар юҡ. Бында Донбасс ҡалаһының ябай халҡы.”


Ҡаланың үҙәк майҙанындағы митингыла- Ленин майҙанында-таусылар ғына түгел, ҡала халҡы ла ҡатнашты. Халыҡ Украинанан бүленеп сығыуҙы, үҙ дәүләттәрен төҙөүҙе һәм Донецк ҡалаһы тирәһенән ғәскәрҙәрҙе алыуҙы талап итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий