Пакистандың көнсығышындағы Лахор ҡалаһында 25 йәшлек
йәш ҡатын Фәрзәнә Иҡбалды таштар менән
бәреп үлтергәндәр. Суд бинаһына яҡын
ғына булған был үлтерештә ҡатындың ғаилә ағзалары ла ҡатнашҡан.
Сәбәбе шунда: ҡыҙ, туғандарының фарманына
буйһонмайынса, һөйгәненә кейәүгә сыҡҡан. Ҡыҙ ике туған ағаһына йәрәшелгән
булған, ә кейәүгә икенсе кешегә сыҡҡан. Пакистан ғаиләләрендә иһә ҡыҙҙың үҙе
теләп кейәүгә сығыуы ғаилә намыҫына тап төшөрөү тип иҫәпләнә.
Полиция үлтерештә ҡатнашҡандарҙың береһен- Фәрзәнәнең
атаһын ҡулға алған. Ул ғорурлыҡ менән бының “намыҫ һаҡлап үлтереү” булыуы
хаҡында белдергән, әйтеүенсә, ул шулай итеп кенә ғаилә намыҫын һаҡлап ҡала алған.
Халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса,
йыл һайын Пакистанда бындай үлтерешәрҙә мең самаһы ҡатын-ҡыҙ һәләк була.
Комментариев нет:
Отправить комментарий