пятница, 30 мая 2014 г.

Америка ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыу ваҡыты үҙгәртелеүе ихтимал.


Афғанстан президент һайлауҙарының икенсе турын көтә. Шул уҡ ваҡытта, АҠШ лидеры Барак Обама белдереүенсә, үҙҙәренең хәрби миссияһын тамалағандан һуң, йыл аҙағына Афғанстанда Американың  9800 хәрби хеҙмәткәре ҡаласаҡ. Хәмит Карзай ҡаршы, әммә күҙәтеү яһаусылар һәм Афғанстандың эске эштәре министры фекере буйынса, ике кандидат та Вашингтон менән именлек өлкәһендәге хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйырға әҙер, ә был иһә илдә Америка һалдаттарының ҡалыу ваҡыты оҙайтыласаҡ тигән һүҙ.

“Ике кандидат та, әгәр президент булып һайлана ҡалһалар, был документҡа инаугурациянан һуңғы тәүге аҙнала уҡ ҡул ҡуйырға вәғәҙә итте. Мин шуға ышанам: АҠШ-ҡа ла, Көнбайышҡа ла, ғөмүмән европалыларға хәүефләнергә кәрәкмәй, һайлауҙар ике аҙнанан һуң буласаҡ, яңы дәүләт башлығы ай ярымдан үҙ офисына барып ултырасаҡ һәм шунда уҡ килешеүгә ҡул ҡуясаҡ,-”тип иҫәпләй Мөхәммәт  Омар Даудзи.

Тимәк, Америка ғәскәрҙәренең Афғанстандан тулыһынса сығарылыу ваҡыты күсерелеүе ихтимал. Афғанлыларҙың был хәбәргә мөнәсәбәте ниндәй?

-Обама хәл иткәнсә 9800 түгел, ә 40 мең һалдат ҡалыр, тип өмөт итәбеҙ.

-Илде һәм территориябыҙҙы һаҡлар өсөн, Афғанстандың үҙенең именлек көстәре бар. Американдандарҙың бындалығы  ярлылыҡты һәм конфликтты көсәйтә генә...


14 июндә афғандар элекке сит ил эштәре министры Абдулла Абдуллой һәм элекке финанс министры Әшрәф Ғәни Әхмәтзайҙың береһен һайлаясаҡ, әммә тышҡы сәйәсәттең аспекттарын улар һайлай алмаясаҡ күрәһең.

Комментариев нет:

Отправить комментарий