пятница, 30 мая 2014 г.

Һиндостанда, апалы-һеңлеле ике үҫмер ҡыҙҙы көсләп, ағасҡа аҫҡандар.


Һиндостанды йәнә ҡот осҡос бер енәйәт шаҡ ҡатырҙы- 14 һәм 15 йәшлек ике ҡыҙҙы көсләгәндәр, быуып үлтергәндәр һәм манго ағасына аҫып ҡуйғандар. Улар урындағы иерархияның иң түбән ҡағылғыһыҙҙар кастаһына ҡараған булған.

Хәбәр итеүҙәренсә, енәйәт эшләү шиге аҫтындағы өс кеше ҡулға алынған, уларҙың икәүһе- полицейский. Был ваҡиға илдең төньяғындағы ауылдарҙың береһендә булған.

“Ҡот осҡос хәл,- ти полиция вәкиле.-Был үтә лә етди проблема. Беҙ ҡорбандарҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм ғәйеплеләргә ҡарата ҡаты саралар күрәсәкбеҙ.”


Уҙған йыл Һиндостан властары көсләүҙәргә ҡаршы язаны ҡатыландырҙы. Төркөм менән эшләнгән енәйәттәргә үлем язаһы бирелеүе лә мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, статистика буйынса,  Һиндостанда һәр 22 минут һайын көсләүҙәр булып тора.  Йыл ярым элек Нью-Делиҙа автобустарҙың береһендә студент ҡыҙ мәсхәрә итеп үлтерелгәс, йәмәғәтселектең асыуы тышҡа бәреп сыҡты. Күп һанлы ҡаршылыҡ акцияларынан һуң, властар ҡануниәтте ҡатыландырҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий