Шәмбе көн Сингапурҙа асылған именлек буйынса форум Ҡытайҙың
Азия-Тымыҡ океан регионында үҫә барған йоғонтоһона арналды, был күрше
дәүләттәрҙе һәм АҠШ-ты үтә лә борсой.
Унда сығыш яһаған Пентагон башлығы Чак Хейгл Вашингтондың
регионда “лидер роле”нән баш тартырға иҫәбе юҡлығын аңғартты һәм Пекинды башҡа
дәүләттәр менән, бер яҡтан ҠХР-ҙың Вьетнам, икенсе яҡтан Япония менән
территориаль бәхәстәрен күҙ уңында тотоп, килешеп йәшәргә саҡырҙы.
“Һуңғы айҙарҙа Ҡытай, Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендәге дәғүәләлрен
раҫлап, хәлдәрҙе тотороҡһоҙландырыусы аҙымдар яһаны,-тип белдерҙе Хейгл.- Халыҡ-ара
тәртиптәрҙең нигеҙен тәшкил иткән принциптарға кемдер ҡаршы сыға икән, АҠШ-тың
быларға күҙ йомоп ҡарарға иҫәбе юҡ.”
Яуап итеп Ҡытай
АҠШ-тан, илдәр араһындағы ҡаршылыҡтарҙы хәл итеү өсөн, аралашсы булырға
тырышмауын талап итте. Был турала Сингапурҙағы форумда Ҡытай парламентының
халыҡ-ара бүлеге башлығы Фу Ин белдерҙе.
Үҙ яғынан форумда сығыш яһаған Япония премьер-министры
Синдзо Абэ иленең Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренә үҙҙәренең диңгеҙ һәм һауа
киңлектәрен яҡлауҙа “төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәге” тураһында хәбәр итте.
Именлек буйынса форум 2002 йылдан бирле һәр йыл Сингапурҙа үткәрелә.
Унда дәүләт эшмәкәрҙәре, хәрбиҙәр, шулай уҡ именлек өлкәһе эксперттары ҡатнаша.
Сараның ойоштороусыһы- Лондондың Хәлыҡ-ара стратегик тикшеренеүҙәр институты.
Унда ҡатнашыусы ил-ағзалар: Австралия, Бөйөк Британия,
Вьетнам, Германия, Һиндостан, Индонезия, Канада, Ҡытай, Лаос, Малайзия, Яңы Зеландия, Пакистан, Рәсәй, Сингапур, АҠШ,
Таиланд, Филиппин, Франция, Чили, Швеция, Шри-Ланка, Көньяҡ Корея һәм Япония.
Комментариев нет:
Отправить комментарий