воскресенье, 1 июня 2014 г.

Тәмәкегә ҡаршы бөтә донъя көнөнә Рәсәй үҙенсә әҙерләнде.


Бөгөн планета Тәмәкегә ҡаршы бөтә донъя көнөн билдәләй.  Рәсәй был көнгә үҙенсә әҙерләнде: 1 июндә тәмәкегә ҡаршы сараларҙың сираттағы пакеты үҙ көсөнә инә.

Мәктәптәрҙә, стадиондарҙа һәм балалар майҙансыҡтарында тартыуҙы тыйыуға, махсус бүлмәләр булмаған хәлдә, офистарҙа, бөтә төр йәмәғәт транспорттарында, вокзал һәм аэропорттарҙа, ресторан, барҙарҙа, ятаҡханаларҙа. ҡунаҡханаларҙа тартыуҙы тыйыу өҫтәлә. Бынан тыш тәмәкене киоскыларҙа һатыу һәм витриналарҙа ҡаптарҙың презентацияһы тыйыла.

“Эйе, закон ҡабул итергә кәрәк. Эйе, тартыуҙы кәметергә кәрәк. Эйе, кешеләрҙең һаулығы өсөн көрәшергә кәрәк. Тик үҙ-үҙен тыйырға көсө етмәгәндәр менән ни эшләргә һуң? Улар өсөн берәй нәмә уйлап табырға кәрәк,”-ти Мәскәүҙәге бер ресторандың хужаһы Вадим Рохлин.

Рәсәйҙә 40 миллион тәмәке тартыусы, статистика буйынса, йыл һайын 400 мең кеше тәмәке тартыу менән бәйле ауырыуҙарҙан вафат була.

“Эйе, закондың тәмәкегә ҡаршы түгел икәнлеген беҙ аңланыҡ,- ти Бөтә Рәсәй  тәмәке тартыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау хәрәкәте башлығы Андрей Лоскутов.-Тәмәке фабрикалары, тәмәке етештереүселәргә ҡаршы бер ниндәй ҙә саралар күрелмәй бит. Был закон- тәмәке тартыусыларға, йәғни намыҫлы һалым түләүселәргә ҡаршы. Улар бер ҡап тәмәке өсөн аҡса түләгән, ләкин уларға “Юҡ!”тиҙәр.”

Шәмбе көн Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы илдәрҙе тәмәкеләргә һалымды күтәрергә саҡырҙы, сөнки тап шул сара тәмәке ҡулланыу кимәлен кәметә.


Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, тәмәке йыл һайын 6 миллион кешенең ғүмерен өҙә, шуларҙың 600-ҙән ашыуы “пассив тәмәке тартыусы.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий