понедельник, 2 июня 2014 г.

Индонезия: Сангинг янартауы һауа киңлектәрен кәртәләне.


Индонезияла Сангинг янартауы атылған зонанан 7 меңдән ашыу кеше эвакуацияланды. Ул шундай уҡ атамалы утрауҙа Бәләкәй Зонд утрауҙары районында урынлашҡан.


Янартау уҙған йома әүҙемлеген арттырҙы. Уның ауыҙынан көл бағанаһы 2,5 километрға ҡәҙәр күтәрелде, шул арҡала региондың ике аэропортында рейстар туҡтатылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий