среда, 11 июня 2014 г.

Израилдең яңы президенты Фәләстин дәүләтенә ҡаршы.


Биньямин Нетаньяху ҡыуана ала- хаҡлы ялға киткән Израиль сәйәсәте  “күгәрсене” Шимон Пересты ил президенты посында Реувен Ривлин, ҡарсыға булмаһа ла, фәләстиндар менән һөйләшеүҙәрҙә ҡаты тороу яҡлы һәм Фәләстин дәүләтен төҙөүгә ҡаршы кеше алмаштыра. 74 йәшлек Ривлин- элек Кнессет спикеры- Нетаньяхуның Ликуд фирҡәһе ағзаһы, әйтергә кәрәк, премьер менән уларҙың шәхси  мөнәсәбәттәрен йылы тип атап булмай.

Израилдә президент посы күбереһенсә церемониаль характерҙа, һәм, Ривлин үҙе белдереүенсә, туранан-тура сәйәсмәндәрҙең ҡарарҙарына һәм тыныслыҡ булдырыу тураһындағы һөйләшеүҙәргә ҡыҫылырға йыйынмай. Фәләстиндең рәсми кешеләрен был бик үк тынысландырманы.

ФАТХ Революцион советы ағзаһы Абдалла Абдалла һүҙҙәре буйынса, “регионда тыныслыҡ булдырыуға ниндәй өлөш индерә алһын инде ул. Ул “ике халыҡ өсөн ике дәүләт” схемаһына ҡаршы һәм әле булһа 1967 йылда баҫып алынған  территорияларҙан Израиль оккупанттарын нисек сығарырға йыйыныуы хаҡында әйтмәне.”

Ысынлап та, Ривлин “Бөйөк Израиль”идеяһы яҡлы кеше булараҡ билдәле. Элек ул Шарондың  фәлистиндар менән сикте бер яҡтан айырыуға ҡаршы булды, ә 2010 йылда  “Израилде һәм “ике дәүләт” сиктәрендә Көнсығыш ярҙы  бүлгәнсе, фәләстиндарҙы Израиль граждандары итеп ҡабул итәсәге” тураһында белдерҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий