Шишәмбе көн Американың Орегон штатындағы бәләкәй генә ҡаласыҡта билдәһеҙ
әҙәм, мәктәп бинаһына инеп, бер уҡыусыны атып үлтергән, ә аҙаҡ үҙ-үҙенә ҡул
һалған. Был ошо айҙағы шундай икенсе
үлтереш: 5 июндә билдәһеҙ бәндә Сиэтлдағы 19 йәшлек студентты атып үлтергәйне
һәм бер нисә кешене яралағайны. Был хәл күп американлыларҙың, шул иҫәптән
президент Барак Обаманың да асыуын ҡабартты:
“Беҙҙең йәмәғәтселек, башҡаларға ҙур зыян һалырҙай
кешеләр ҡулына ҡорал эләкмәһен өсөн, иң элементар сараларҙы күреүҙән баш тарта. Беҙ- бындай хәл мөмкин булған Ерҙәге берҙән-беҙ үҫешкән
ил.”
Президент Обама өс йыл инде Конгрестың ҡоралға хужа
булыу шарттарын ҡатыландырыусы законды хуплауына ирешә алмай. АҠШ-тың Милли
уҡсылар ассоциацияһы лоббистарының баҫымы аҫтында Конгресс илдәге был хоҡуҡты
раҫлаусы конституцияны үҙгәртергә йөрьәт итмәй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий