пятница, 13 июня 2014 г.

Италия һәм мигранттар: оппозиция “Mare Nostrum”операцияһын туҡтатыуҙы талап итә.


Италия өсөн легаль булмаған иммиграция проблемаһы барған һайын ауырыраҡ йөккә әйләнә. Мигранттарҙы ҡабул итеү үҙәктәре урынлаштырылған ҡалаларҙа уларҙың урындағы халыҡ менән мөнәсәбәттәре йыш ҡына асыҡтан-асыҡ конфликтҡа әүерелеп китә. Мәҫәлән, Сицилияның көньяҡ-көнбайышында эш бәрелештәргә барып етте һәм урындағы властарҙы ғәҙәттән тыш хәл иғлан итергә мәжбүр итте.

Парламентта оппозиция властарҙан Урта диңгеҙ буйҙарының көньяғында йәйелдерелгән мигранттарҙы эҙләү һәм ҡотҡарыу “Mare Nostrum” операцияһын туҡтатыуҙы талап итә, әммә хөкүмәт быға риза түгел.

“Был операцияны ойоштороуҙан беҙ оялмайбыҙ, киреһенсә ғорурланабыҙ, был хаҡта Республика президенты ла әйткәйне. Операция 39 мең мигрантты ҡотҡарырға мөмкинлек бирҙе,”-тине премьер-министр Маттео Ренциҙың статс-секретары Грациано Делрио.

Иммиграция сәйәсәте илдә башланасаҡ Европа союзындағы Италия рәйеслегенең төп темаһы буласаҡ.


Рим ЕС һәм БМО-ны октябрҙа Лампедуза ярҙары буйында иҫке караптарға тейәлгән мигранттар ике тапҡыр һәләкәткә осрағандан һуң  башланған “Mare Nostrum” операцияһына ҡушылырға саҡыра. Миссия Италияға ҡиммәткә төшә- көн һайын 100 мең доллар самаһына барып баҫа.

Комментариев нет:

Отправить комментарий