Сан-Паулу ҡалаһында хәлдәр
көсөргәнешле. Бразилияла донъя чемпионатын үткәреүгә ҡаршы булған
демонстранттарҙы полиция ауырлыҡ менән ҡыуып таратты, ләкин акцияла
ҡатнашыусыларҙың стадионға үтеп инергә маташыуы ла бик ихтимал.
Бөгөн Сан-Паулула, матч
башланырға бер нисә сәғәт ҡалғас, полиция һәм манифестанттар араһында бәрелеш
булды.
Акцияла ҡатнашыусы 300 кеше, турнирҙы
асыу тантанаһы буласаҡ “Итакеран” стадионына юл тотоу өсөн, “Карран” метро станцияһында йыйылды.
Ҡамауҙа торған полицейскийҙарға ҡарата ҡайһы бер демонстранттар үҙҙәрен бик
агрессив тотто.
Тәртип һағында тороусылар тауыш гранаталары, йәш
ағыҙыусы газ һәм һыу атҡыстар ҡулланды. Тәртипһеҙлектәр ваҡытында бер нисә кеше
зыян күрҙе. Бер кеше ҡулға алынды.
Бразилия халҡы Мундиалды үткәреүгә артыҡ сығымдар
түгеүгә ҡаршы (8 миллиард евро).
Президент Дилма Руссефф, хөкүмәттең позицияһын яҡлап,
стадиондарға һәм транспорт инфраструктураһына һалынған инвестицияның илгә файҙа
килтерәсәге хаҡында һөйләй.
Бразилия һәм Хорватия йыйылма командалары араһындағы
чемпионаттың тәүге матчы Мәскәү ваҡыты менән төн уртаһында башланасаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий