воскресенье, 15 июня 2014 г.

Мысыр хоҡуҡ һаҡлаусылары: “интеллектуаль революция кәрәк.”


Шәмбе көн Ҡаһирәлә президент ас-Сиси инаугурацияһы көнөндә Таһрир майҙанында күмәк көсләүҙә төп ғәйепле кешене ҡулға алғандар. Был көндө полицияға 27 ҡатын-ҡыҙ мөрәжәғәт иткән. 13 кеше ҡулға алынған. Сираттағы демонстрацияла Мысыр хоҡуҡ һаҡлаусылары йәмәғәтселекте һәм власты енси көс ҡулланыуҙарға ҡаршы көрәшергә саҡырҙы.

Зыян күреүселәрҙең берһе Сабрин Абу Сабаа һөйләй: “Мин майҙандан өйгә ҡайтып килгәндә, миңә йәш ирҙәр һөжүм итте. Улар юлымды ҡыйғас, мин дуҫыма:”Тиҙерәк мине ҡосаҡла һәм ебәрмә!”-тип ҡысҡырып ҡына өлгөрҙөм. Улар уны этә-төртә, ҡулдарын ысҡындырырға тырышты. Аҙаҡ һөжүм итеүселәр мине һәрмәй башланы.”

Хоҡуҡ һаҡлаусы Нахаванд Сери: “Беҙ енәйәттәрҙе язаһыҙ ҡалдырыуҙан туйҙыҡ. Төп проблема мәҙәни ҡиммәттәрҙә. Был кешеләр тулы түгел. Беҙ сәйәси революция яһаныҡ, әммә хәҙер Мысырға интеллектуаль революция кәрәк.”

Был акция ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙарҙы оятһыҙ һүҙҙәр менән битәрләгән ике ир ҡулға алынды. Уҙған шаршамбы Мысыр президенты Әбдел Фаттах ас-Сиси күмәкләп көсләүгә дусар булған ҡатындың хәлен белде һәм ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырырға вәғәҙә итте. Инаугурация алдынан Мысырҙа енси көс ҡулланыуҙар өсөн яза биреү хаҡындағы закон үҙ көсөнә инде.


Ҡаһирәнән Евроньюс хәбәрсеһе Мөхәммәт Шәйехибраһим һөйләй: “Был проблеманан ҡотолоу өсөн, ҡануниәтте генә үҙгәртеү аҙ, тип иҫәпләй манифестацияла ҡатнашыусылар. Улар властарҙы проблеманың төп сәбәбе- ярлылыҡ һәм наҙанлыҡ менән көрәшергә саҡыра.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий