“Украина Нафтогаз”ының миллиард 950 миллион доллар
траншын күсереү ваҡыты үтте.“Газпром”дың рәсми вәкиле Сергей Куприянов матбуғат
конференцияһында хәбәр итеүенсә, әлегәсә “ Украина Нафтогаз”ы “Газпром” иҫәбенә
бер нәмә лә күсермәгән.
Европа ҡулланыусылары өсөн газ тулы күләмдә оҙатыла.
Рәсәй яғы газ өсөн йыйылған бурысты түләүҙе Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 10-ға
ҡәҙәр көттө. Бынан алдағы Киевтағы газ
буйынса һөйләшеүҙәр һөҙөмтә бирмәне. Ул Украина, Рәсәй, Еврокомиссия вәкилдәре
ҡатнашлығында өс яҡлы форматта ял көндәрендә уҙғарылғайны.
Комментариев нет:
Отправить комментарий