суббота, 21 июня 2014 г.

БМО: ҡасаҡтар һаны Икенсе бөтә донъя һуғышы заманындағы кимәлгә етте.


Икенсе бөтә донъя һуғышынан бирле был ҡәҙәр ҡасаҡ булғаны юҡ ине: ҡораллы конфликттар арҡаһында, уҙған йыл аҙағында 512 миллион кеше йорттарын ташлап китергә мәжбүр булды. 2012 йылда улар 6 миллионға кәмерәк ине.

Был турала ҡасаҡтар эше буйынса БМО-ның Баш идаралығы комиссары докладында әйтелә. Документ 20 июндәге Бөтә донъя ҡасаҡтар көнө айҡанлы баҫтырылып сығарылды.

Тыуған яҡтарын ташлап китеүселәрҙең күбәйеүен БМО Сүриәләге граждандар һуғышында һәм башҡа хәл ителмәгән конфликттарҙа күрә:

"Бөтә донъяны язаһыҙ ҡалыу тойғоһо биләп алды. Кеше хоҡуҡтарын боҙоусы конфликттар бер-бер арты ҡабынып тора, әммә халыҡ-ара йәмәғәтселек конфликтлы хәлдәрҙе алдан иҫкәртеү һәм уларҙы ваҡытында яйға һалыу һәләтен юғалтты,"-тип зарлана ҡасаҡтар эше буйынса БМО-ның Баш комиссары Антониу Гутерреш.

БМО мәғлүмәттәре буйынса, үткән йыл ҡасаҡтар һаны Үҙәк Африкала һәм Көньяҡ Суданда ҡырҡа артҡан, ҡасаҡтарҙың күпселеге сығыштары менән Афғанстандан, Сүриәнән һәм Сомалиҙан. Ҡасаҡтарҙы иң күп ҡабул иткән илдәр- Пакистан, Иран һәм Ливан. Сүриә халҡының 4 миллиондан ашыуын Ливия ҡабул итте.


Иракта хәлдәр ҡатмарланғаны бирле, был илдә лә үҙ йорттарын ташлап китеүселәр күбәйҙе. ЮНИСЕФ балалар фонды мәғлүмәттәре буйынса, Ирак Курдистанында һыйыныу урыны тапҡан күскенселәрҙең, кәм тигәндә, яртыһы- балалар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий