Болгариялағы көслө
ташҡындарҙың ҡорбандары 14-кә етте. Варна, Добрич, Велико Тырновола хәлдәр
айырыуса ауыр. Ҡотҡарыу эштәре етеҙ бара, кешеләрҙе ҡаза күрелгән зонанан
эвакуациялайҙар. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, күп төйәктәр, шул
иҫәптән балалар һауыҡтырыу лагерҙары урынлашҡан региондар “оло ерҙән” айырылып
ҡалған.
“Ташҡындар ҙур
проблемалар тыуҙырҙы, уларҙы яйға һалыу ҡыйын буласаҡ,-ти Варна кешеһе.-Мин
Варнала 1971 йылдан бирле йәшәйем, был ҡәҙәр һәләкәтте бер ҡасан да күргәнем
булманы. Шул ҡәҙәр һыу ҡайҙан килгәнен аңлай ҙа алмайым! Ҡот осҡос хәл!”
Йома көн Болгария
үҙәгендәге Велико Тырново регионында Килифарово ауылы халҡы, күрелгән зыянды
һанай-һанай, хужалыҡтарын тергеҙергә өмөтләнеп, ихаталарын, урамдарҙы таҙартырға
кереште.
“Ҡапыл ғына бөтә нәмә
һыу аҫтында ҡалды, һыу билгә ҡәҙәр етте,-ти бында йәшәүсе кеше.-Мин сиратлап
хайуандарымды ҡотҡарыу менән мәшғүл булдым. Ҡуяндарым һәм тауыҡтарым һәләк
булды, әммә кәзәмде һәм бәрәсен ҡотҡарҙым. Подвалға 25 тонна һыу ингәйне!”
23 июнь Болгарияла
матәм көнө итеп иғлан ителде. Бөтә илдә зыян күреүселәр һәм үҙ йорттарынан
мәхрүм ҡалыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу бара. Һауа торошоноң бер нисә
көндән яҡшырыуы көтөлә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий