Будапешт ҡалаһында Венгрия йәһүдтәрен көсләп геттоға
күсереүҙең 70 йыллығына бағышланған иҫтәлекле саралар үтте. 1944 йылдың июнендә
Венгрия эске эштәр министры Будапештта гетто булдырырға әмер бирҙе. Бының өсөн
һары Дауыт йондоҙо менән тамғаланған һәм
стена менән уратып алынған 2000 йорт бүленә. 220 мең йәһүдте ошонда күсерергә
ниәтләйҙәр.
“Минең бөтә ғаиләмде ҡырҙылар,-тип һөйләй euronews хәбәрсеһенә Хайналка Радо.-Мин
иһә бер урындан икенсе урынға ҡасып йөрөнөм. Гел йәшенергә тура килде. Ул саҡта
йәш кенә инем- 24 йәш.”
Иҫтәлекле сараны ойоштороусыларҙың береһе һөйләй:
“Ҡайҙа йәшәүебеҙҙе белмәй, аңламай, был турала
уйланмай, ныҡлап тарихын өйрәнмәй тороп,
нисек был ҡалала йәшәргә мөмкин.”
Шәмбе көн Будапешттағы ҡасандыр һары йондоҙ менән
тамғаланған йорттарҙы Венгрия баш ҡалаһының меңдәрсә кешеһе барып күрҙе. 1944
йылдың май уртаһынан июль башына ҡәҙәр үлем лагерына Венгрияның 400 меңдән ашыу йәһүде оҙатылған. Уларҙың
күпселеге һәләк булған.
“Будапешт ҡалаһында Дауыт йондоҙо булған 2 мең йорттоң
1600-ө әле булһа бар. Әле лә унда меңдәрсә кеше йәшәй,”-ти euronews хәбәрсеһе Андреа Хайогос. Баҡтиһәң, хәбәрсе үҙе
лә шундай йортта йәшәй икән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий