воскресенье, 22 июня 2014 г.

Исламистарға үлем язаһы биреү тураһындағы суд ҡарары Мысыр йәмәғәтселеген икегә айырҙы.


Мысыр суды 183 исламисҡа, шул иҫәптән “Мосолман туғандар” хәрәкәтенең рухи остазы Мөхәммәт Бадиаға үлем язаһы биреү тураһындағы элекке хөкөмдө раҫланы. 4 кеше ғүмерлеккә, 1 кеше 15 йылға төрмәгә ултыртылды, 496 кеше аҡланды.

Судтың һуңғы ултырышы Әл-Минйә ҡалаһында ҡаты хәүефһеҙлек саралары аҫтында үтте.
Бөтә эштәр үткән йылдың йәйендәге ваҡиғалар менән бәйле. Армияның Мысыр президенты Мөхәммәт Мөрсиҙе һәм исламистарҙы ҡолатыуы менән риза булмаған “Мосолман туғандар” һәм улар яҡлылар тәртипһеҙлектәр һәм бәрелештәр ойошторғайны.

Суд ҡарарын күпселек мысырлылар шатланып ҡабул итте.

-Был ҡарар- ғәҙел, дөрөҫ ҡарар! Йәшәһен ас-Сиси!

Икенселәре иһә ризаһыҙлығын һәм ҡайғыһын йәшермәй.  Хөкөм аҫтындағыларҙың туғандары яңы президент Әбдел Фаттах ас-Сиси исламистарға үлем язаһы биреү хаҡындағы ҡарарҙы юҡҡа сығарыр, тип көткәйнеләр. Әйтергә кәрәк, суд ҡарарын раҫлау йәки юҡҡа сығарыу  Баш мөфти ҡулында.

-Был ғәҙел ҡарар түгел, ни ҡәҙәр уны ғәҙел түгел икәнлеген Аллаһ ҡына белә! Ант итеп әйтәм, ул ғәҙел түгел!

Суд бинаһы янына, суд тарафынан үлем язаһына хөкөм ителгән улдарының портреттарын тотоп, ҡатындар килде. Улар өсөн бөгөнгө көн ысын фажиғәгә әйләнде.

“Вердикт бында йыйылған кешеләрҙә ҡаршылыҡлы хистәр уятты. Берәүҙәр суд ҡарарын хуплай, уны “ғәҙел, күптән  көтөп алынған,”тип атай. Икенселәре, үлем язаһы хаҡында хөкөм ҡарары уҡылғандан һуң, ярһып, рухи төшөнкөлөккә бирелде. Улар был ҡарарҙы “сәйәси мотивациялы” тип атай,”-ти Әл-Минйәнән euronews хәбәрсеһе Мөхәммәт Шәйхибраһим.


Комментариев нет:

Отправить комментарий