понедельник, 23 июня 2014 г.

Иран Иракка Рамаҙан айына солох төҙөргә тәҡдим итә.


Ирак властары самолет бортынан төшөрөлгән видеояҙмаларҙы баҫтырып сығарҙы, раҫлауҙарынса, унда Мосул районындағы экстремистарға авиаһөжүм һүрәтләнә.
Авиация һәм сәпкә теүәл атыусы ҡорал ҡулланыуға ҡарамаҫтан, хөкүмәт ғәскәрҙәре “Ирак һәм Леванта ислам дәүләте” менән көрәштә әлегә артыҡ уңыш ҡаҙана алмай.
Һуңғы тәүлектәрҙә Сүриә сигендә улар бигерәк тә нығынып алды: бынан алда улар ике дәүләтте бәйләп тороусы мөһим стратегик коридор өҫтөнән контроль булдырғайны.
Был боевиктарға сиктең ике яғында ла кешеләр һәм припастар менән иркен маневр яһарға мөмкинлек бирәсәк.
Иран иһә тыныслыҡ инициативаһы менән сығыш яһай. Ислам республикаһы президенты Хәсән Роухани ике яҡҡа ла Рамаҙан айына солох төҙөргә тәҡдим итә- киләһе йома мосолмандарҙың изге айы башлана.
“Үҙҙәренең нефть долларҙары менән террористарҙы туйындырыусыларға беҙ былай тибеҙ: иртәгә һеҙҙең сират етәсәк, көтөп тороғоҙ. Ҡаты күңелле террористар үҙҙәрен яҡлаусылар артынан да киләсәк.”
Үҙ сиратында Ирандың рухи башлығы аятолла Хаменеи Ҡушма Штаттарҙың конфликтҡа ҡыҫылырға маташыуына ҡырҡа ҡаршы сыҡты.
Элегерәк Вашингтон Ирандағы хәлдәрҙе яйға һалыу өлкәһендә Таһран менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге тураһында белдергәйне.



Комментариев нет:

Отправить комментарий