понедельник, 23 июня 2014 г.

Мысыр суды “Әл-Джазира”ның өс журналисын 7 йылға төрмәгә ултыртты.


7 йыл төрмә- Ҡаһирә суды “Әл-Джазира”ның өс журналисына –Канаданан килгән Мысыр продюсеры Бахер Хорабҡа, телеканалдың Ҡаһирә бюроһы башлығы Мөхәммәт Фадел Фәхмигә һәм Австралия хәбәрсеһе Питер Грестеға ҡарата шундай хөкөм сығарҙы.

Журналистар, “ялған таратып”, Мысырҙың милли именлеге өсөн хәүефле сюжеттар әҙерләп, ”террористик ойошмаға”ярҙам итеүҙә ғәйепләнә.

“Бер ҙә юҡҡа 7 йыл биргәс, ғәйебен иҫбатларҙай дәлилдәре булһа, күпме бирерҙәр ине икән?”-ти Мөхәммәт Фәхмиҙең әсәһе.

Reuters мәғлүмәттәре буйынса, Бөйөк Британияның сит ил эштәре министрлығы суд вердиктын ҡайтанан ҡарауҙы талап итә. Австралияның тышҡы сәйәсәт ведомствоһы башлығы Джулия Бишоп асыуын йәшермәй:

“Австралия хөкүмәтен Питер Грестеға сығарылған вердикт шаҡ ҡатырҙы. Беҙҙә был тәрән борсолоу тыуҙырҙы, судтың шундай ҡаты хөкөм сығарыуын беҙ бер нисек тә аңлай алмайбыҙ.”


Хәрбиҙәр власҡа килгәс, “Әл-Джазира”ның Катар телеканалына Мысырҙа юл ябылды. Эш шунда: Катар ҡолатылған президент Мөхәммәт Мөрсиҙе яҡланы һәм “Мосолман туғандар” хәрәкәтен финансланы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий