вторник, 24 июня 2014 г.

Грецияла наркотиктарҙың ҙур партияһын ҡулға төшөргәндәр.


Грецияла ике һелтәүҙә Европа өсөн  рекорд булып торған наркотиктарҙың ҙур партияһын ҡулға төшөргәндәр: бер тоннаһын- Афина янындағы биҫтә складында, икенсеһен- баш ҡалаға яҡын зиннәтле виллала.
Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, героинды Аттикаға Того флагы аҫтындағы Греция компанияһы танкерында килтергәндәр. Судно (боҙолоу һылтауы менән) Грецияның Элевсин портына ингән (Пирейҙан ҡала был илдең иң ҙур диңгеҙ гаване.)
“Грецияның яр буйы һағы был эшкә ҡыҫылышы булыуы мөмкин булған 20 кешене ҡулға алған. Яҡын көндәрҙә яңы ҡулға алыуҙар көтөлә.  Европалағы иң ҙур героин партияһын конфискациялағандан һуң, Греция властары Атлантиканың был яғындағы иң күп тармаҡлы наркокартелдең эҙенә төшөүенә шикләнмәй,”-тип  хәбәр итә“Евроньюс” хәбәрсеһе Стаматис Джаннисис.
Тәфтиш шуны асыҡлаған: наркотиктарҙы Төркиә аша Ирандан килтергәндәр. Фараз итеүҙәренсә, Көнбайыш Европала наркотиктар һатыу менән шөғөлләнгән төркөмдөң базаһы Стамбулда.
“6 айҙан ашыу беҙ улар артынан күҙәтеү алып барҙыҡ, мәғлүмәттәр йыйҙыҡ,-ти Грецияның судоходство эштәре министры Милтиадис Варвициотис,-АҠШ-тың Наркотиктар менән көрәш агенствоһы, Европаның күп кенә агенстволары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иттек. Беҙ бергәләп мозаиканың өлөштәрен йыйҙыҡ һәм ахыр ҙа уны уңышлы тамамланыҡ.”
Тартып алынған героин партияһының хаҡы 60 миллион евронан да кәм түгел. Ҡулға алынғандарҙың барыһы ла наркотиктарҙы контрабандалауҙа ғәйепләнә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий