среда, 25 июня 2014 г.

Путин Рәсәй ғәскәрҙәрен Украина территорияһында ҡулланыу мөмкинлегенән баш тартты.


Федерация Советы шаршамбы көн Рәсәй ҡораллы көстәрен Украина территорияһында ҡулланыу хаҡындағы ҡарарҙы ғәмәлдән сығарыу мәсьәләһен ҡараясаҡ. Украинаның көнсығыш региондарындарындағы хәлде яйға һалыу буйынса өс яҡлы һөйләшеүҙәр башланғас, парламенттың юғары палатаһына ошондай тәҡдим менән Владимир Путин мөрәжәғәт итте. 
Эксперттар,  был ҡарар Мәскәүҙең Көнбайыш менән араларын көйләүгә булышлыҡ итер, тип иҫәпләй. 1 марттағы сенаттың ҡарары Рәсәй президенты мөрәжәғәтенән һуң ҡабул ителде һәм Украина территорияһында, илдәге ижтимағи-сәйәси хәлдәр нормалләшкәнгә ҡәҙәр, Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрен файҙаланыуҙы рөхсәт итте.

“Украиналағы бөгөнгө хәлдәр өсөн, Украина етәкселәре яуаплы- элеккеләре лә, бөгөнгөләре лә,-тип иҫәпләй Рәсәй премьеры Дмитирий Медведев.-Яуаплылыҡтың күп өлөшө Киевтағы ваҡиғаларға ҡуҙ ташлап, дәүләт түңкәрелешенә булышлыҡ итеүселәр намыҫында.”

Украина президенты Петр Порошенко Путиндың тәҡдимен, Донбасстағы хәлдәрҙе тыныс юл менән яйға һалыуҙы яҡлау тураһындағы белдереүҙән һуң, тәүге практик аҙым, тип атаны.

Украинаның көньяҡ-көнсығышындағы ҡораллы конфликт элекке президент Виктор Януковичты бәреп төшөрөп, был хәл менән килешмәүселәр Киевтағы яңы власҡа буйһоноуҙан баш тартҡас тоҡанып китте. Бойондороҡһоҙ республикалар иғлан иткән баш күтәреүселәргә ҡаршы үҙәк етәкселек көс ҡулланыу менән яуап бирҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий