среда, 25 июня 2014 г.

Ренци 1000 көн эсендә Италияла үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрергә йыйына.


Итальян премьер-министры 1 июлдә башланасаҡ Италияның Евроберләшмәләге рәйеслеге осоронда  Европаны нығытырға һәм үҙ илендә масштаблы үҙгәртеп ҡороуҙар башларға вәғәҙә итә. Ренциҙың ниәте буйынса, 1 сентябрҙә үк Италияла 3 йылға иҫәпләнгән,  юстиция, инфраструктура, һалым һалыу, ҡануниәт, ауыл хужалығы, килем һәм дәүләт менән идара итеү өлкәһендә үҙгәрештәрҙе үҙ эсенә алған реформалар программаһы эшкә егеләсәк.
“Беҙҙең хөкүмәт парламентты, илдәге хәлдәрҙе яйға һалыу өсөн, киләһе 1000 көн буйы әүҙем хеҙмәттәшлеккә саҡыра,-тине Ренци шишәмбе көн парламенттағы сығышында.-Италияға сәйәсәтте ситтән көсләп таҡмаһындар. Реформалар кемдер ситтән ҡушҡанға түгел, үҙебеҙ уның кәрәклеген аңлағанға күрә үткәрелергә тейеш.”

Италия алдындағы иң ҡырҡыу проблемаларҙың береһе- легаль булмаған мигранттарҙың күпләп килеп тулыуы. Ренциҙың уйынса, ЕС илдәре был өлкәлә берҙәм сәйәсәт булдырырға тейеш.

Үҙенең амбициоз пландарын 39 йәшлек итальян премьеры ошо аҙна аҙағындағы Евроберләшмә саммитында асып һалырға йыйына. Ренци белдереүенсә, көслөрәк һәм берҙәмерәк Европа- әлеге проблемаларҙы йырып сығыуҙың берҙән-бер юлы. Ул интеграцияны артабан дауам итергә һәм “Европа Ҡушма Штаттары” төҙөргә тәҡдим итә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий