вторник, 24 июня 2014 г.

Ле Пен һәм Вилдерс килешеү төҙөй алманы.


Француздарҙың Милли фронты һәм Нидерландтарҙың "Азатлыҡ" фирҡәһе евроскептиктарҙың депутат төркөмөн төҙөй алманы. Был турала "Азатлыҡ" фирҡәһе башлығы Герт Вилдерс хәбәр итте.

Европарламентта фракция булдырыу өсөн, ЕС-ҡа ҡараған, кәм тигәндә, 7 илдең ҡатнашыуы кәрәк. Шул саҡта ул өҫтәмә рәүештә финанслана, ә уның вәкилдәренә сығыштар өсөн күберәк ваҡыт бүленә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий