четверг, 5 июня 2014 г.

Президент Путин Украина һәм уның яңы башлығы хаҡында.


Ошо көндәрҙә Брюсселдә саммитҡа йыйылған “Ҙур 7”клубынан тыш та Рәсәй президенты Владимир Путин күренекле медиа-фигура булып ҡала: Сочиҙа ойошторолған француз журналистары менән осрашыуҙа Путин Украинала Рәсәй ғәскәрҙәре барлығы тураһындағы бөтә ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаҡты.
“...Әгәр уларҙың дәлилдәре бар икән, күрһәтһендәр. Ҡушма Штаттарҙың дәүләт сәркәтибе  БМО Именлек Советында Иракта халыҡты күпләп ҡырыусы ҡорал барлығына ышандырып, пробиркалағы ниндәйҙер кер йыуыу онтағы менән һелтәнеүен беҙ күрҙек, бөтә донъя күрҙе. Әйтеү- бер эш, ә дәлилдәр килтереү- бөтөнләй икенсе эш,”-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй президенты.
Украиналағы хәлдәрҙең ҡырҡыулашыуы сәбәпле, күптәр ике илдең лидерының диалогына өмөт бағлай. Украина президенты Петр Порошенконың, Путин фекере буйынса, эште яңыса башлап ебәрергә мөмкинлеге бар.

“Минең уйымса, Порошенко әфәнденең уникаль шансы бар: әлегә уның ҡулы ҡанға буялмаған, ул карателдәр операцияһын туҡтата һәм үҙ иленең көньяғындағы һәм көнсығышындағы граждандары менән диалог башлай ала,”-тип өҫтәне Путин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий