Венеция мэры Джорджо Орсони Венеция диңгеҙ ҡултығында
ғәләмәт ҙур һаҡлағыс дамба төҙөү менән бәйле финанс енәйәттәрендә ғәйепләнеп
ҡулға алынған. Бынан тыш йәнә 35 дәүләт хеҙмәткәренең һәм эшҡыуарының был эшкә
ҡыҫылышы бар, улар араһында- инфраструктура проекттары буйынса региональ
асессор Ренато Кьесса, Демократик фирҡә советнигы Джанпьеро
Маркезе, предприятие хужалары Франко Морбидо һәм Роберто Монегуццо, шулай уҡ
отставкалағы генерал Эмилио Спацианте.
Прокуратура шулай уҡ Венето регионының
элекке губернаторы, “Алға, Италия” фирҡәһе сенаторы Джанкарло Галанды ла ҡулға
алыуҙы талап итте, әммә бының өсөн парламент санкцияһы талап ителә.
Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, дамба
төҙөлөшөнә бүленгән аҡсалар “ҡара фонд”ҡа эләккән һәм сәйәсмәндәрҙе һатып
алыуға киткән. Урындағы мәғлүмәт саралары ҡулға алынғандар-“айсбергтың өҫкө
өлөшө” генә, енәйәтсел төркөмдөң күптәре иректә йөрөй, тип иҫәпләй.
Ташҡындарҙан һаҡланыу өсөн тәғәйенләнгән ҡиммәтле ҡоролма һыу
күтәрелгәндә диңгеҙ ҡултығын һаҡлаусы 78 күтәрмәле дамбанан тора, улар Венеция
урамдарын һыу баҫыуҙан һаҡларға тейеш.
Комментариев нет:
Отправить комментарий