четверг, 5 июня 2014 г.

Греция: “Алтын таң”лидерҙары депутат именлегенән мәхрүм ителде.


Греция парламенты үтә уң “Алтын таң” фирҡәһенең генераль сәркәтибе Николаос Михалолиакосты һәм йәнә ике депутатты депутат именлегенән мәхрүм итте. Уларҙы законһыҙ рәүештә ҡорал йөрөтөүҙә һәм енәйәтсел ойошма төҙөүҙә ғәйепләйҙәр. Парламент ағзалары ултырышындағы 224 кешенең 223-ө иммунитеттан мәхрүм итеү өсөн тауыш бирҙе.
“Мин фиҙакәр милләтсе һәм“Алтын таң”дың тоғро ағзаһы,- тип белдерҙе Михалолиакос.-Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һеҙ минең күңелемде һындыра алмайһығыҙ. Бына нимә әйткем килә мин һеҙгә: идеалдарым өсөн, мин төрмәгә китергә, хатта үлергә лә әҙер.”
Михалолиакос, Паппас һәм уларҙың көрәштәше Яннис Лагосты шаршамбы көн юғары хәүефһҙелек саралары менән судҡа тиклем бер нисә ай тотолған төрмәнән парламентҡа алып килделәр. Йөҙәрләгән “Алтын таң”яҡлылар иһә парламент стенаһы янында, үҙҙәре ғәйепһеҙ тип иҫәпләгән фирҡә башлыҡтарын яҡлап, ҡаршылыҡ акцияһы уҙғарҙы.
“Енәйәтсел эшмәкәрлектә ғәйепләнһә лә, күптән түгел булған Европарламент һайлауҙарында“Алтын таң” ҙурлығы буйынса Грецияла өсөнсө фирҡәгә әүерелде, -тип һөйләй Афинанан хәбәрсебеҙ.-Һуңғы 4 йыл эсендә Греция йәмәғәтселеген ыҙа сиктергән ҡаты экономия сараларына ҡаршы сығыусыларҙы ул үҙ яғына ауҙара алды.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий