среда, 4 июня 2014 г.

Әбдел Фаттах ас-Сиси: Насер һәм Садат вариҫы.


Мысырҙың яңы һайланған президенты Әбдел Фаттах ас-Сиси, унан алдағы Насер һәм Садат кеүек үк юғары хәрби звено вәкиле. Ул авторитарлыҡты һәм өс йыл барған тотороҡһоҙлоҡтан туйған илдә тыныслыҡты кәүҙәләндерә. Һәр ерҙә- уның портреттары, был иһә күптәрҙе шәхес культы хаҡында һөйләргә мәжбүр итә.
Ул демократик рәүештә һайланған президент Мөхәммәт Мөрсиға, армия командющийы һәм оборона министры итеп тәғәйенләнгәс, тоғро булырға ант итте. Биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмаған диндар хәрбигә ышанып, Мөрси ҙур хата эшләне.
Тиҙҙән генерал ас-Сиси Мөрсиға, ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙың талаптарына ҡолаҡ һалып, “Мосолман туғандар” хәрәкәтен властан алып ташлау тураһында ультиматум иғлан итте. 2013 йылдың 3 июнендә ул президент Мөрсиҙе властан бәреп төшөрҙө һәм уның власть вәкәләттәрен үҙ ҡулына алды.
Һуңғы 11 ай буйы армия урамдағы манифестацияларҙы ҡаты баҫтырҙы, 1400 кешене үлтерҙе. Судтар иһә “Мосолман туғандар”хәрәкәтенең 528 ағзаһын үлемгә хөкөм итте, ә 15 меңен рәшәткә артына тыҡты. Бындай көс ҡулланыуҙар ас-Сисиға популярлыҡ ҡына өҫтәне.
Ул 59 йыл элек Ғамаль Әбдел Насер тыуған Ҡаһирәнең ярлы Ғамалия кварталында тыуған. Балта оҫтаһының улы хәрби хеҙмәткә алынған һәм карьера баҫҡысы буйлап бик тиҙ үрләгән.
“Ул хөрмәткә лайыҡ, етди һәм тәртипле. Был кеше сығышы менән халыҡ араһынан, уны тормош өҫкә күтәрҙе. Ул хәрби округ командующийы һәм разведка хеҙмәте башлығы булды, шуға күрә президент булыуы бер ҙә ғәжәп түгел,”-ти ас-Сиси ғаиләһенең танышы Мәхмүт әл-Батал.
Һөҙөмтәһе алдан уҡ билдәле булған президент һайлауҙарынан һуң, ул мундирын яҡшы тегелгән костюмға алмаштырҙы, ҡырыҫ ҡарашын яһалма йылмайыу менән йомшартты.
Мысыр халҡы- түҙемле, бөйөк халыҡ. Мысыр цивилизацияһына 7 мең йыл икәнлеген дә онотмағыҙ. Әгәр өмөт булһа һәм ул тормошҡа ашырылһа, улар бик оҙаҡ көтөргә әҙер,”-ти әс-Сиси.

Уның һүҙҙәре буйынса, ысын демократия барлыҡҡа килһен өсөн, мысырлыларға 20-25 йыл көтөргә тура киләсәк. Хараба хәлендәге иҡтисадтың тергеҙелеүен халыҡ шулай уҡ түҙемле генә көтә алырмы икән?

Комментариев нет:

Отправить комментарий