среда, 4 июня 2014 г.

Испания: тәхет вариҫы өсөн закон.


Испания короле Хуан  Карлос улы файҙаһына тәхеттән баш тартырға ниәтләүе хаҡында белдергәндән һуң, премьер Мариано Рахой кисекмәҫтән кабинет ултырышын йыйҙы. Министрҙарҙың бурысы- принц Фелипеға тәхеткә ултырырға мөмкинлек биреүсе махсус закон проектын әҙерләү. Бөтә ғиллә шунда: законда, король власынан баш тартып, уны икенсе кешегә тапшырыу ҡаралмаған- тәхет идара итеүсе монархтың вафатынан һуң ғына вариҫтарына күсә. Хәҙер бына ошо моментты үҙгәртергә тейештәр.

Рахой кәрәкле законды парламент тиҙ арала хуплар, тигән ышаныс белдерҙе.

Хуан Карлос 39 йыл тәхеттә ултырҙы. Вариҫы-принц Фелипе-королдең һәм уның хәләл ефете Софияның өсөнсө балаһы. Хуан Карлостың һүҙҙәре буйынса, Фелипе ил тарихындағы “яңы эраны”кәүҙәләндерә.

Дүшәмбе көн Мадридта күп меңлек манифестация уҙҙы, унда ҡатнашыусылар монархияның киләсәге тураһында референдум үткәреүҙе талап итте. Ҡайһы бер һул фирҡәләр белдереүенсә, королдең тәхеттән баш тартыуы Испанияны республикаға әйләндеререгә мөмкинлек биреүсе демократик  үҙгәртеп ҡороуҙар өсөн яҡшы мөмкинлек тыуҙыра.


Комментариев нет:

Отправить комментарий