Владимир Путин һәм Петр Порошенко Францияла Нормандиялағы
тантаналы саралар ваҡытында тәүге тапҡыр осрашып һөйләште. Был осрашыу француз
президенты Франсуа Олланд һәм немец канцлеры Ангела Меркель инициативаһы менән
ойошторолдо. Хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй һәм Украина лидерҙары Украинаның
көньяҡ-көнсығышындағы ҡан ҡойошто тиҙ арала туҡтатыу яҡлы.
“Беҙ өҫтәл артына ултырып, 15 минут тирәһе
әңгәмәләштек,-тип һөйләй Владимир Путин.-Ентекле һөйләшеү булды тип әйтә
алмайым, шуға ҡарамаҫтан, хәлдәрҙе яйға һалыу, иҡтисади мөнәсәбәттәр үҫеше
менән бәйле төп мәсьәләр күтәрелде.
Украинаның көнсығышындағы ҡан ҡойошто Порошеко әфәнденең кисекмәҫтән туҡтатырға
ниәтләүен, әлбиттә, хуплайым, уның быға ҡағылышлы планы ла бар. Ниндәй план ул-
быныһын инде минән түгел, унан һорарға кәрәк.”
Путин һәм Порошенконың осрашыуын АҠШ ыңғай баһаланы.
Америка администрацияһы вәкиле белдереүенсә, Барак Обама Франциянан күтәренкерәк
кәйеф менән ҡайта, ә Порошенконы президент итеп һайлау, Вашингтон фекеренсә,
Путинға һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн яңы партнер бирә. Путин һыҙыҡ өҫтөнә
алыуынса, һөйләшеүҙәр Украина менән Рәсәй араһында түгел, Киев властары һәм
көнсығыштағы федерализация яҡлылар араһында алып барылырға тейеш, сөнки Рәсәй
был конфликтта ҡатнашмай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий