суббота, 7 июня 2014 г.

Италия: мигранттарҙың иҫәбе артҡандан-арта бара.


Италияның көньяғындағы яр буйы хеҙмәткәрҙәре кесаҙна-йома көндәрендә 2,5 мең легаль булмаған мигрантты ҡотҡарҙы. Был – яңы рекорд. Йыл башынан алып, Азия һәм Африка илдәренән 40 меңдән ашыу легаль булмаған мигрант Италия ярҙарына килеп төштө, үткән йыл буйы шунса халыҡ килгәйне. Ил властары был ҡәҙәр халыҡты ҡайҙа урынлаштырырға ла белмәй, ә Евроберләшмә ярҙамға ашыҡмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий