Вашингтон Киевҡа, оборонаһын нығытыу өсөн, йәнә 48
миллион доллар вәғәҙә итте. Был турала АҠШ вице-президенты Джо Байден
Украинаның дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары Петр Порошенко һәм Арсений Яценюк
менән осрашыу ваҡытында белдерҙе. Порошенко ярҙамдары өсөн АҠШ-ҡа рәхмәтен һәм Америка- Украина хеҙмәттәшлеге артабан да
үҫешер тигән өмөтөн белдерҙе. Байден иһә яңы президенттың парламенттағы
телмәрен “тәьҫирле” тип атаны һәм тыныслыҡ инициативаларының тормошҡа
ашырылыуын теләне.
Украинаның көнсығышындағы Краматорскиҙа Порошенконың
вәғәҙәләренә ышанып бөтмәйҙәр:
“Хәҙер инде бигерәк тә Порошенко беҙгә юлдаш түгел,
сөнки көнсығыш һәм көнбайыш (“Схид и Захид разом”)һис
тә бергә була алмай. Көнсығыш һәм көнбайыштың бергә булыуы мөмкин булмаған эш.
Атыусыларҙы, Краматорск халҡын үлтереүселәрҙе Киев яҡлап торғанда, көнсығыш һәм
көнбайыш бергә (“Схид и Захид разом”)була
алмай, бер нисек тә бергә була алмай.”
“Алда ни булыр- белмәйем, әлбиттә, яҡшыға өмөтләнәбеҙ,
ә ҡалғанын инде белеп булмай.”
Украинаның көнсығышындағы көсөргәнешлелек кәмемәй, “террористарға
ҡаршы операция”туҡтамай.
Шәмбе көн билдәһеҙ кешеләр Максим Птрухинды- Донецк
халыҡ республикаһы лидерҙарының береһе Денис Пушилиндың ярҙамсыһын үлтергән.
Бер версия буйынса, һөжүм Пушилиндың үҙенә йүнәлтелгән булған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий