понедельник, 9 июня 2014 г.

Юғалған Боинг пассажирҙарының туғандары Боингты үҙҙәре эҙләргә ниәтләй.


8 мартта юғалған Малайзия авиалинияһы самолетының тарихы иң серле ваҡиғаларҙың береһе. Пассажирҙарҙың яҡындары әле булһа бирешергә теләмәй: улар, яҡындарының яҙмышы тураһында мәғлүмәт биреүсене бүләкләү өсөн, фонд төҙөргә ниәтләүҙәре хаҡында иғлан итергә уйлай, теләге булған һәр кеше был фондҡа аҡса күсерә аласаҡ.

Ошо рәүешле улар миллион 800 мең доллар йыйырға иҫәп тота.

“(Лайнер тураһында) Мәғлүмәт биреүҙе талап иткәндә, күп тапҡыр беҙҙе туҡтаттылар, беҙҙең танау төбөбөҙҙә ишектәрҙе ябып ҡуйҙылар, шуға күрә беҙ был эште үҙ ҡулыбыҙға алырға, сикләнгән арауыҡтан сығып, самолетты табырға тырышырға уйлайбыҙ,”-ти Австралияның Перт ҡалаһынан бер пассажирҙың ҡатыны.

Эҙләнеү эштәре, Һинд океанындағы Австралия ғалимдары ҡатнашлығындағы һыу аҫты операцияһын да индереп, апрель аҙағында кәметелде. Ярсыҡтарҙың самолеттыҡы булмауы асыҡланғас, белгестәр үҙҙәренең уңышһыҙлыҡҡа осрауын танырға мәжбүр булды.


Боинг бортында 239 кеше ине. Самолет Малайзия баш ҡалаһы Куала-Лумпурҙан Пекинға юл тотҡан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий