вторник, 1 июля 2014 г.

Рәсәй-Франция: “Мистраль” юлға сығасаҡ.


Балтик флотының“Смольный” өйрәнеү карабы бортындағы 400 Рәсәй морягы менән Кронштадтан Сен-Назерға килде.
Француз портында 200 кешелек ике экипаж “Мистраль” тибындағы вертолетоносецтарҙа хеҙмәт итеү өсөн күнекмәләр үтәсәк.
Тәүге шундай “Владивосток”  карабы әле француз верфтәрендә төҙөлә һәм уны Рәсәй яғына биреү тантанаһы октябрь-ноябрҙә үтәсәк. “Мистраль” тибындағы икенсе вертолетоносец-  “Севастополь”- Рәсәйгә 2015 йылдың аҙағында тапшырылырға тейеш.
Рәсәй Хәрби Һауа көстәре өсөн Франция төҙөйәсәк  €1,12 миллиардҡа барып баҫҡан вертолетоносецтар контрактына 2011 йылдың июнендә ҡул ҡуйылды. Украиналағы көрсөк һәм Ҡырымдың ҡушылыуы фонында АҠШ һәм ЕС ҡаршы булһалар ҙа, Париж был эште аҙағынаса алып барып еткерергә ҡарар итте.

“Мистраль” судноһының ауырлығы-21 мең тонна, корпусының максималь оҙонлоғо- 210 метр, тиҙлеге- 18 узел, йөҙөү алыҫлығы- 20 мең миль. Экипажда- 160 кеше, өҫтәмә рәүештә вертолетоносец бортына 450 кешене ҡабул итә ала.


Авиатөркөм эсендә- 16 вертолет, шуларҙың алтауһы осош палубаһында бер юлы урынлаша ала. Караптың йөк палубаһы 40-тан ашыу танк йәки 70 автомобиль һыйҙыра ала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий