среда, 2 июля 2014 г.

Владимир Путин: Рәсәй артабан да илебеҙҙең һәм ватандаштарыбыҙҙың мәнфәғәтен ҡайғыртасаҡ.


 Рәсәй президенты Рәсәй Федерацияһы илселәре һәм даими вәкилдәре алдында илдең тышҡы сәйәсәтендәге мөһим йүнәлештәрҙе һәм приоритеттарҙы һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Дәүләт башлығы, Украиналағы хәлдәргә анализ яһағанда, яуаплылыҡ тулыһынса-хәрби өлкәлә лә, дипломатик аренала ла- яңы һайланған президент Петр Порошенко өҫтөндә булыуын белдерҙе. Путин шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: Рәсәй артабан да сит илдәге урыҫтарҙың һәм ватандаштарыбыҙҙың хоҡуҡтарын яҡлаясаҡ.
Владимир Путин: “Украинала, күреүегеҙсә, ватандаштарыбыҙ, рустар, башҡа милләт кешеләре, уларҙың теле, мәҙәниәте, граждандар хоҡуғы хәүеф аҫтында. Украинала хәлдәр ҡырҡыулана барған һайын, партнерҙарыбыҙ беҙҙән ниндәйҙер яуап көттө. Беҙ, әлбиттә, Ҡырым, Севастополь халҡын һуғыш көҫәгән милләтселәр һәм радикалдар ҡулында ҡалдыра алманыҡ.”
Телмәрендә Рәсәй президенты халыҡ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләренә лә ҡағылды, ул мөнәсәбәттәрҙең тиң хоҡуҡлыҡҡа нигеҙләнергә тейешлеге хаҡында ла әйтеп үтте:
“Европа- сауҙа-иҡтисад өлкәһендә беҙҙең мөһим партнерыбыҙ. Беҙ эшлекле хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙең яңы юлдарын табырға тырышабыҙ. Бының өсөн беҙҙең хеҙмәттәшлектең хоҡуҡи- килешеү базаһын модернизациялау кәрәк, бәйләнештәрҙең тотороҡлоғон тәьмин итеү һәм бигерәк тә энергетика кеүек стратегик йәһәттән мөһим өлкәлә бәйләнештәрҙең асыҡ, аңлайышлы булыуы шарт. Ҡушма Штаттар менән беҙҙең контакттарыбыҙ бөтә донъя өсөн етди әһәмиәткә эйә. Беҙ конструктив диалогҡа әҙер, әммә, йәнә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам- тиң хоҡуҡлылыҡ нигеҙендәге диалогҡа.”
Хеҙмәттәре өсөн сит ил эштәре министлығы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдереп, Владимир Путин ”Рәсәйҙең тышҡы сәйәси курсын бойомға ашырыу нәтижәлерәк була барыр” тигән өмөтөн белдерҙе.



Комментариев нет:

Отправить комментарий