среда, 2 июля 2014 г.

Останкинола оператор Анатолий Клян менән хушлаштылар.


Останкино телеүҙәгендә Донецк өлкәһендә һәләк булған Беренсе канал операторы Анатолий Клян менән хушлашыу тантанаһы үтте. Йәшәлгән 68 йыл ғүмеренең 40 йылын телевидениела эшләгән билдәле оператор Троекуровский зыяратында ерләнәсәк. Журналистың табуты торған студияға Клянды һуңғы юлға оҙатырға меңдәрсә кеше килде.

“Ул ҡыҙыу нөктәләрҙә шул ҡәҙәр күп булды, Югославияла юғалған коллегаларыбыҙҙы алмаштырҙы, Чечняла булды, Иракта. Сүриәлә, һәр ерҙән имен-аман ҡайтты,”-ти Беренсе канал гендиректоры Константин Эрнст.

Рәсәй президенты Владимир Путин Анатолий Клянды Батырлыҡ ордены менән наградлау хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Клян дүшәмбегә ҡаршы төндә, Донецк районындағы Украинаның хәрби базаһына башҡа журналистар менән автобуста китеп барғанда эсенә үлемесле яра ала. Киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, атыу часть торған яҡтан була. Фажиғәнең асылы әле булһа аныҡ ҡына билдәле түгел.


Комментариев нет:

Отправить комментарий