пятница, 4 июля 2014 г.

Португалия: магазиндағы банандар урынына- кокаин.


Португалияның төньяғындағы  “Лидл” супермаркетында һатып алыусы банандар урынына  кокаинға юлыҡҡан. Полиция аҙаҡ “Лидл”дың бер нисә магазинында йәмғеһе 237 килограмм наркотик матдәләр тапҡан. Кокаинды, пакеттарға тултырып, банан һалынған йәшниктәргә йәшергәндәр. Тәфтишселәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, наркодилерҙар уларҙы Испанияға оҙатырға йыйынған, тик яңылышҡан.

Тәфтишсе Фернандо Ксавьер һөйләй: 237 килограмм кокаин- был бик күп. Был тотош бер ҡулланыусылар баҙары: партия 2,5 дозаға иҫәпләнгән, уның дөйөм хаҡы- 11 миллион евро.”


Ғинуарҙа иһә немецтарҙың “Альди” селтәренең биш супермаркетында банан һалынған йәшниктәрҙә кокаиндың бик ҙур партияһы табылғайны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий