пятница, 4 июля 2014 г.

Үлтерелгән фәләстин малайын ерләү кисектерелә.


Көнсығыш Иерусалимда фәләстиндар урланған һәм үлтерелгән үҫмер өсөн ҡайғыра. Малай йәшәгән мәсет янында матәм сатыры ҡоролған. Ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлашыр өсөн, бында уларҙың дуҫтары, таныштары килә.  16 йәшлек Мөхәммәт Әбү Хдайраның әсәһе былай ти:

“Мин бер әсәгә лә бындай ҡайғыларҙы теләмәйем.  Шуны теләйем: сәйәсмәндәр ҙә, ябай кешеләр ҙә ундай енәйәттәргә сик ҡуйырға тейеш. Бер әсә лә үҙ балаһын юғалтып иламаһын ине.”

Фәләстин властары малайҙы үлтереүҙә израиллеләрҙе ғәйепләй. Мөхәммәттең атаһы ла быға шикләнмәй:

“Түҙерлек түгел, минең йөрәгем телгеләнә, илап, күҙҙәрем шешеп бөттө, төндәрем йоҡоһоҙ үтә.”

“Шәһитте ерләү ғәҙәттәге ерләүҙән айырыла. Ә беҙ  хәҙер шәһитте ерләйәсәкбеҙ,”-ти Мөхәммәттең туғаны.


Үҫмерҙе ҡасан ерләүҙәре билдәһеҙ- уның кәүҙәһе һаман экспертизала, әммә ата-әсәләре уны тиҙерәк ер ҡуйынына тапшырырға өмөтләнә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий